1. Учителям
  2. Новости
  3. “Күрҙем шишмәләре” поэзия фестиваленә һайлап алыу туры

“Күрҙем шишмәләре” поэзия фестиваленә һайлап алыу туры

Февраль 20, 2019 Просмотров: 47

Үрге Тәтешле 2-се урта мәктәбе уҡыусылары Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына бағышланған сараларға ҡатнаша башланы. Үрге Тәтешле 1-се урта мәктәбендә “Күрҙем шишмәләре” поэзия фестиваленә һайлап алыу туры уҙҙы. Балалар был бәйгелә ҡатнашыу өсөн туған телдә шиғырҙар ятланы. Улар һәр ҡайһы ҙур теләк менән илһамланып Әнғәм Атнабаев һәм Мостай Кәрим шиғырҙарын һөйләне. Мулланурова Л. (11Б кл.), Ғайсина Г., Ибәтуллина Ғ. (8 А кл.), Рәхимов Р., Шәйморатов И. (7Б кл.), Басыров Р. (7В кл.), Арыҫланова А., Ахунова А. (6А кл.), Лотфуллина Г. (3А кл.), Вәлимөхәмәтова Л., Мустафина Ә. (2 Б кл.) шиғырҙарҙы тасуири башҡарҙы. Район күләмендә буласаҡ ҙур конкурста балалар матур сығыш яһар тип ышанабыҙ.