“Күрҙем шишмәләре - 2019”
Февраль 28, 2019
Просмотров: 38
Шиғриәт һөйөүселәр Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың тыуған ауылы Иҫке Күрҙемгә “Күрҙем шишмәләре - 2019” поэзия фестиваленә йыйылды. Бәйгелә Татарстан республикаһынан, Өфө, Ағиҙел, Яңауыл һәм башҡа күрше район-ҡалаларҙан ҡунаҡтар ҡатнашты. Быйылғы фестиваль Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына, Әнғәм Атнабаевтың 91 һәм Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл булыуға бағышланды. Уҡыусыбыҙ Мулланурова Ләйсәнә (11Б кл.) Әнғәм Ҡасим улының “Тыуған ерем”, М.Кәримдең “Айһылыуҙың күҙ йәштәре” шиғырҙарын башҡорт телендә һөйләп III дәрәжәле дипломға, ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ булды! Талантлы уҡыусыларыбыҙҙың туған телгә һәм әҙәбиәткә булған ҡыҙыҡһыныуы маҡтауға лайыҡ!