1. Учителям
  2. Новости
  3. Беҙ диктант яҙҙыҡ!

Беҙ диктант яҙҙыҡ!

Май 18, 2019 Просмотров: 55

Беҙ бөгөн, 18 майҙа, Үрге Тәтешле 2-се урта мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары халыҡ-ара башҡорт теленән диктант яҙыу акцияһына ҡушылдыҡ! Акцияла онлайн-майҙанда эшләнек. Ер шарының бар мөйөшөнән дә милләттәштәребеҙҙең дәррәү ошо матур һәм изге эшкә ҡушылыуына беҙ бик шат. Башҡорт телен туған тел булараҡ уҡыйбыҙ, дәүләт теле булараҡ та өйрәнәбеҙ. Акцияла ҡатнашыусылар диктант яҙған ваҡытта ҡурайҙың сихри моңона, республикабыҙҙың гүзәл һәм бай тормошона, дуҫ һәм татыу, берҙәм халҡының мәңге булған дуҫлығына һоҡланыу, ғорурлыҡ хистәре кисерҙе. Туған телебеҙҙең байлығы, нескәлектәре күңелдәребеҙҙе тағы ла арбап алғандай булды!