ФАЙҘАЛЫ ШӘМБЕ
Сентябрь 22, 2019
Просмотров: 67
Быйылғы уҡыу йылы уҡыусыларға бигерәк тә ошай. Улар шәмбе-йәкшәмбе көндәрендә рәхәтләнеп ял итә. 21 сентябрь көндө Үрге Тәтешле 2-се урта мәктәбе уҡыусылары кинотеатрҙа Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» әҫәре буйынса төшөрөлгән «Һеңлекәш» фильмын ҡараны. Фильм Бөйөк Ватан һуғышынан һуң яҙылған повесть буйынса төшөрөлгән. Картина Ҡырымда үткән «Артектың алһыу елкәндәре» халыҡ-ара балалар киноһы фестивалендә ҡатнашҡан һәм «Иң изге фильм» исеменә лайыҡ булған. «Һеңлекәш» фильмын Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы һәм Мостай Кәрим исемендәге фонд булышлығында «Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһы төшөргән. Картинаның прокаты Башҡортостандың халыҡ шағирының тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланған. Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә фильмды күҙ йәштәре аша ҡараны, йәш актерҙарҙың Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы хәл-ваҡиғаны ҙур оҫталыҡ менән башҡарғанына һоҡланды. Улар тарихты өйрәнеп ҡайтты. «Һеңлекәш» фильмын бөтә кешегә лә ҡарарға тәҡдим итәбеҙ!