Нурға төрөн, тыуған ерем, Башҡортостан!
Октябрь 9, 2019
Просмотров: 34
Башҡортостан республикаһының 100 йыллығына арналған саралар Үрге Тәтешле 2-се урта мәктәбендә лә уҙа. Республикабыҙ тарихында мәктәптең роле ҙур. Тыуған яҡты өйрәнеү музейында бик күп тарихи иҫтәлектәр һаҡлана. Музей етәксеһе Зинфира Мәүлитйән ҡыҙы уҡыусыларға уҙған йылдарҙың алдынғы уҡыусылары, спортсылары тураһында һөйләй. Илебеҙ тормошо, киләсәге өсөн балаларға төплө белем биргән ветеран уҡытыусылар тураһындағы папка һәм альбомдар менән таныштыра. Ҡыҙҙар һәм малайҙар мәктәп тарихы, илебеҙ тарихы менән музейҙа теләп таныша. Улар Башҡортостан республикаһының үҫешендә районыбыҙ халҡының фиҙәҡәр хеҙмәтен өйрәнә. Халҡыбыҙҙың көслө рухлы, эшһөйәр булыуы бөтәбеҙҙе лә шатландыра. Киләсәктә лә Башҡортостан нурға төрөнөп йәшәр!