Республикама дан йырлайым!
Ошондай исем менән район мәктәптәре араһында Республика көнөнә, Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына һәм Башҡортостандың Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан иншалар конкурсы уҙҙы. Унда 4-11 класс уҡыусылары башҡорт, рус, татар телдәрендә иншалар яҙҙы. Үрге Тәтешле 2-се урта мәктәбе уҡыусылары “Башҡортостан йырсылар һәм шағирҙар иле”, “Халыҡтың үлемһеҙлеге – уның телендә”, “Мөғжизәләр иле – театр!”, “10 йылдан мин республикамды нисек итеп күрәм”, “Мостай Кәрим беҙҙең ғаиләлә” тигән темаларға ижади эштәр тәҡдим итте. А.Карипов (4кл.) рус телендә инша яҙып 1-се урын яуланы! И.Муллаяровтың (6кл.) башҡорт телендә, А.Бадрисламова (6кл.) һәм Д.Бүләкованың (8кл.) рус телендә, З.Усманова (6кл.) һәм Э.Башарованың (11кл.) татар телендә иншалары 2-3 урынға лайыҡ булды. Был уҡыусыларҙы уңыштары менән ҡотлайбыҙ, киләсәктә лә туған телдәрен һәм тыуған илдәрен яратып, уңышлы уҡыуҙарын теләйбеҙ!