1. Учителям
  2. Новости
  3. Башҡортостандың 100 йыллығына - Этношәмбе

Башҡортостандың 100 йыллығына - Этношәмбе

Октябрь 20, 2019 Просмотров: 55

19 октябрь көндө мәктәбебеҙҙә этношәмбе үтте. 
Был көндө уҡыусылар иртә менән дәртләнеп милли кейемдәрҙә мәктәпкә килде. Сараның беренсе яртыһында милли ризыҡтар менән өҫтәлдәр биҙәлде, дәртле йырлы-бейеүле байрам башланды. Республикабыҙҙың матур тормошо, халыҡтар дуҫлығы, мәҙәниәте тураһында сығыштар тәҡдим ителде. Саҡырылған ҡунактар - сәнғәт мәктәбе директоры, оҫта ҡурайсы Ҡыямов Айнур һәм бейеүсе Саҙретдинова Эльвира этношәмбене үҙ сығыштары менән йәмләне лә, йәнләндерҙе лә. Айнур Сәүбән улы башҡорт көйҙәре буйынса оҫталыҡ класы күрһәтеп, төрлө музыка ҡоралдарында өҙҙөрөп уйнаһа, Эльвира Фәнис ҡыҙы халыҡ бейеүҙәре тураһында һөйләне һәм башҡорт бейеүе менән күңелдәрҙе яуланы. Уҡыусылар сараның икенсе өлөшөндә республика буйынса иғлан ителгән акцияға - Мостай Кәримдең ижады буйынса тоталь диктантҡа ҡушылды. Уҡыусылар һәм уҡытыусылар башҡорт, татар, рус телендә диктант яҙҙы. Этношәмбе матур, фәһемле, иҫтәлекле булды.