Йәйләүҙең дүртенсе көнө
Ноябрь 2, 2019
Просмотров: 40
Йәйләүҙең дүртенсе көнө лә тәрән йөкмәткеле һәм үҙенсәлекле булды.
Йәйләүебеҙҙә ырыуҙарға бүленеү шартлы рәүештә булһа ла, балалар, ырыу тарихын, шәхестәрен, боронғо шөғөлөн өйрәнеп, дөйөм халыҡтың рухи һәм матди ҡиммәттәрен һөйләргә тырышты. Халҡыбыҙҙың йола-ғәҙәттәре, ижады ҡыҙҙар һәм малайҙар иғтибарын үҙенә йәлеп итте. Улар көстәрен ижади эштә лә һынап ҡараны: киләсәктә башҡорт теле дәрестәрендә ҡуллана алырлыҡ матур ғына йөкмәткеле лэпбук эшләп алды. Район балалар китапханаһында Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә бағышланған сарала ла һынатманы.