Музейға экскурсия
23 ноябрь көнөн 5А класы укыусылары көтөп алды. Сираттағы тематик шәмбелә улар Яңы Тәтешле ауылында урынлашҡан удмурт халҡының тарихи-мәҙәни үҙәгенә юлландылар. Балаларҙы үҙәктең методисты Ксения Милиятова ҡаршы алды. Ул урындағы халыҡтың йәшәйеше, элекке һәм бөгөнгө тормош-көнкүреше тураһында һөйләне һәм тарихи-мәҙәни үҙәктең бай музейына саҡырҙы. Музей экспонаттарының күплеге һәм төрлөлөгө, баҫыу ерҙәрен эшкәртеү, игенде сәсеү-йыйыу ваҡытында ҡулланылған әйберҙәр, йорт йыһаздары, тормош кәрәк-яраҡтары, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡул эштәре иғтибарҙы йәлеп итте. Бишенселәр экскурсия аша тарих биттәрен байҡаны. Иң мөһиме – үткәндәр менән киләсәк осрашты, халыҡтар араһындағы дуҫлыҡҡа, тарихҡа, ҡарата ҡыҙыҡһыныу артты. Йәш быуын ауыл халҡының боронғо һөнәрҙәре хаҡында ла мәғлүмәттәр тупланы.