«Һаумы, һаумы әкиәт!»
Декабрь 9, 2019
Просмотров: 48
14 декабрь — Башҡорт теле көнө. Шағир-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арналған байрамды тотош республикала билдәләү күҙаллана. Был ваҡиға айҡанлы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты бер нисә интернет-конкурс иғлан итте. «Һаумы, һаумы әкиәт» конкурсында 1-4-се класс уҡыусылары ҡатнаша ала. Бәйгелә улар теләгән бер башҡорт халыҡ йәки донъя халыҡтары әкиәттәрен һөйләргә мөмкин. Быйыл ҡатнашыусылар ерле һөйләштә лә әкиәтте башҡара ала. Әкиәт аша балалар донъяны танып белә, матурлыҡҡа, яҡшылыҡҡа ынтыла. Әкиәт уҡыған һәм һөйләгән баланың күңеле бай, телмәре үҫешкән була. Беҙҙең мәктәптә лә башланғыс синыфтар араһында ошо конкурс иғлан ителде. Яҡшы тип табылған эштәр конкурста ҡатнаша. Ҡатнашыусыларға уңыштар теләйбеҙ! https://vk.com/bashkorttelekono
https://vk.com/mboysosh_2?z=video408339290_456239018%2F4f9502d9263cd9d986%2Fpl_wall_-142975657
https://vk.com/mboysosh_2?z=video408339290_456239019%2F5beb2e35db71851d06%2Fpl_wall_-142975657