1. Учителям
  2. Новости
  3. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмә ултырышы әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмә ултырышы

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмә ултырышы әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмә ултырышы

Декабрь 21, 2019 Просмотров: 50

Бәҙрәш урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмә ултырышы уҙҙы. Район уҡытыусылары “М.Кәрим. Өс таған” әҫәре буйынса асыҡ дәрес (Бүләкова Р.), “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу” (Нуриева Л., Ғарифуллина Э.) тураһында оҫталыҡ класы ҡараны. “Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың телмәр компетентлығын үҫтереүҙә компьютер технологияларын ҡулланыу” (Муллаярова Э.) тураһында эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу сығышын тыңланы. Быйылғы уҡыу йылында уҙғарылған туған телдәр буйынса олимпиада эштәре анализланды (Мусина Г., Мостафина З.). Уҡытыусылар Бәҙрәш мәктәбенең музейында ла булды. Минязева Ф.А., туған телдәр буйынса мәғариф бүлеге методисы, берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнеү һәм “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2020” бәйгеһе тураһында ла һөйләне һәм эшләнгән эштәргә йомғаҡ яһаны. Осрашыу бик фәһемле булды. Педагогтар тәжрибә уртаҡлашты, көнүҙәк мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итеү тураһында ла һөйләште.