1. Учителям
  2. Новости
  3. Башҡорт теле көнө

Башҡорт теле көнө

Декабрь 15, 2020 Просмотров: 41

14 декабрь Башҡортостан Башлығы Указы менән “Башҡорт теле көнө” тип иғлан ителде. Был көндө бөтә республикала башҡорт телен үҫтереүгә, киңерәк таратыуға һәм һаҡлауға йүнәлтелгән саралар үткәрелде. Беҙҙең мәктәптә лә туған телебеҙгә арналған саралар, бер көн менән генә сикләнмәй, әҙерлек күптән башланды. Был көн башҡорт теле йылына арналған башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашып икенсе урын яулаған 8-се класс уҡыусылары Ахунова Альбина һәм Арыҫланова Азалияны (етәкселәре Муллаярова Э.Р.) мәктәп директорының ҡотлауы менән башланды. Берҙәм башҡорт теле дәрестәрендә “Туған тел донъяһы” порталы буйынса филология фәндәре докторы, профессор, БДУ деканы Абдуллина Гөлфирә Риф ҡыҙының башҡорт теле тураһындағы сығышын тыңлау ҙа фәһемле булды. Уҡыусылар башҡорт телендә шиғырҙар һөйләне, мәҡәлдәр, йомаҡтар әйтте, йырҙар тыңланы. Эйе, башҡорт теле - ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән. Беҙ телебеҙҙе өйрәнергә һәм үҫтерергә, яҡларға һәм һаҡларға тейешбеҙ!